6 декабрь, Шишәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 16:29

Әғлә Күсемов еңел атлетика ветерандары донъя беренселегендә дүрт алтын миҙал яулаған

автор: Әлим Фәйезов

Спортса атлау буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Өфөлә йәшәүсе Әғлә Күсемов Бразилияның Порт-Алегри ҡалаһында ветеран спортсылар араһында үткән еңел атлетика буйынса XX донъя чемпионатында бер юлы дүрт алтын миҙал яулаған, тип хәбәр ителә «Ҡыҙыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында. Ярышта донъяның 82 иленән дүрт меңләгән спортсы ҡатнашҡан. Рәсәй данын 35 ветеран-спортсы яҡлаған. Башҡортостандан ете кеше ҡатнашҡан, улар араһында Әғлә Күсемов та бар.

— Стартҡа мин дүрт тапҡыр сыҡтым, — тип һөйләй матбуғатҡа Әғлә Күсемов. — Атлантик океан буйындағы ярыш айырыуса иҫтә ҡалды. 10 һәм 20 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа – шәхси, 5 һәм 10 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа команда беренселегендә ҡатнаштым. Ярышта бик күп тәжрибәле еңел атлеттар ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, дистанцияларҙы мин еңел үттем. Украина спортсыһы Микуло Панасейко минән ҡалышмаҫҡа тырышһа ла, барыбер ҡыуып етә алманы.

Белешмә өсөн. Төрлө ярыштарҙа Әғлә Күсемов спортса атлау менән бөтәһе өс мең саҡрымдан күберәк ара үткән. Африканан тыш, бөтә ҡитғаларҙа булған, шул иҫәптән Японияла, Австралияла, Испанияла, Пуэрто-Рикола һәм башҡа илдәрҙә. Уның иҫәбендә йөҙләгән миҙал, бик күп грамоталар һәм миҙалдар. Үҙенең 65 йәшендә ул Рәсәйҙә генә түгел, Европала һәм донъяла ла алдынғы еңел атлеттарҙың береһе. Әғлә Күсемов әле һаман ярыштарҙа ҡатнаша, иртәләрен бер нисә километрға йүгереп, элеккесә күнекмәләр яһай.