9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2013 йыл, 16:14

Игорь Савельевтың «Терешкова Марсҡа оса» исемле китабы Францияла сыға

автор: Шамил Вәлиев

14 ноябрҙә Өфөнән йәш яҙыусы Игорь Савельевтың «Терешкова Марсҡа оса» («Терешкова летит на Марс») романы, «Les Russes à la conquête de Mars» («Русские летят на Марс») исеме аҫтында француз теленә тәржемә ителеп, Парижда һәм Фрацияның башҡа ҡалаларында һатыуға сығасаҡ. Был хаҡта «Éditions de l'Aube» нәшриәте сайты хәбәр итә. Китап «Дебют» бөтә Рәсәй әҙәби премияһын ойоштороусылар һәм эксперттар ҡатнашлығында, Париж нәшриәтендә сығарылған Рәсәйҙең йәш яҙыусылары тәржемәләре серияһында баҫтырып сығарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек был серияла Игорь Савельевтың «Төҫһөҙ ҡала» («Бледный город») повесы нәшер ителә лә инде.

«Терешкова Марсҡа оса» романын француз теленә Мари-Ноэль Пэн тәржемә иткән, был тәржемәнән айырым бүлектәр 2011 йылда баҫылып сыға. Нәшриәт сайты хәбәр итеүенсә, 145 х 220 мм форматындағы китапта 224 бит буласаҡ, ул 17,20 евро торасаҡ, был 750 һумға тиң.

Роман рус телендә былтыр йәй баҫылып сыҡты – тәүҙә ҡыҫҡартылған вариантта «Новый мир» журналында, һуңынан айырым китап булып Мәскәүҙең «Эксмо» нәшриәтендә. Ике аҙна элек БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы документ ҡабул итте, уға ярашлы «Терешкова Марсҡа оса» романы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүсе эштәр һәм әҫәрҙәр исемлегенә индерелде.