6 декабрь, Шишәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 15:36

«Иммунопрепарат» предприятиеһында яңы микробиологик лаборатория асылды

автор: Розалия Вәлиева

Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында («Микроген» фәнни-производство берекмәһе» филиалы) яңы микробиологик лаборатория асылды, уның майҙаны 1200 квадрат метр.

Бында персоналды һәм вакциналарҙы һаҡлау өсөн ламинар бокстар, һауа фильтрҙары, зарарһыҙландырыу һәм елләтеү системалары ҡуйылған.

Яңы лабораторияла белгестәр килгән сеймалға, субстанцияларға, төрөү материалдарына микробиологик контроль үткәрә, туҡландырыу мөхите үҙенсәлектәрен тикшерә, шулай уҡ таҙартылғаан һыу һәм инъекциялар өсөн шыйыҡсалар күрһәткестәре мониторингын үткәрә ала.  

— Лаборатория халыҡ-ара GMP стандарттарына (фармацевтика препараттары етештереү ҡағиҙәләренә) ярашлы төҙөлгән, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Имуннопрепарат» предприятиеһының матбуғат секретары Гүзәл Йосопова. — Проект Чехияның «FAVEA» фирмаһы менән берлектә тормошҡа ашырылған.

«Иммунопрепарат» милли профилактик прививкалар календарына ярашлы һәм эпидемия күрһәткестәре буйынса Рәсәй һәм БДБ илдәре халыҡтарының талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн вакциналар, сывороткалар, анатоксиндар етештерә. Улар иҫәбендә — киҙеүҙән, тартышыу ауырыуынан, дифтериянан, йүтәлдән, ҡотороуҙан, һәм башҡа инфекцияларҙан һаҡлау өсөн иммунобиологик препараттар.