7 декабрь, Шаршамбы

06 ноябрь 2013 йыл, 15:00

Республика дәүләт хеҙмәттәре порталы менән эшләү хәҙер уңайлыраҡ

автор: Эльвира Латипова

6 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы (РПГУ) яңырҙы. БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығында билдәләүҙәренсә, порталдың дизайны ғына түгел,  структураһы ла үҙгәрҙе, сайт мәғлүмәти яҡтан нығыраҡ тулыланды, яңы бүлектәр барлыҡҡа килде.

Сайт буйынса навигация һәм меню ябайлаштырылды. Кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү тиҙләтелде. Шарттар буйынса ла, шулай уҡ власть органдары буйынса ла хеҙмәттәр каталогы төҙөлдө.

Яңы версияны төҙөүселәр аудитория менән кире бәйләнешкә лә иҫәп тота. «Кире бәйләнеш» махсус бүлегендә яңыртылған дәүләт хеҙмәттәре порталының нисек эшләүе тураһында һорауҙар буйынса кәңәшләшеп, сайттың эше буйынса үҙ фекерең менән уртаҡлашырға, теләктәр һәм күреп ҡалған хаталар буйынса хәбәрҙәр яҙып ҡалдырып була