Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәш әҙәбиәтселәребеҙҙең ижадын күрше республикала баһалаясаҡтар

Мәҙәниәт

Ҡазанда 7-8 ноябрҙә Татарстандың Яҙыусылар союзы башланғысы менән йәш яҙыусылар һәм шағирҙар семинары уҙасаҡ. Унда Башҡортостандан әлегә Яҙыусылар союзына инмәгән, татар һәм башҡорт телдәрендә яҙышҡан йәш ҡәләмдәштәрҙең ҡулъяҙмалары ҡараласаҡ. Республикабыҙҙың йәш һәләттәренең ижадын Татарстандың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙары баһалаясаҡ. Иң һәләтлеләргә профессиональ ижади Союзға инеү өсөн рекомендация бирәсәктәр, ә уларҙың әҫәрҙәрен айырым китап итеп сығарыу өсөн нәшриәткә тәҡдим итәсәктәр. Үҙ сиратында, Татарстандың һәләтле ижади йәштәренең яҙмаларын Башҡортостан яҙыусылары уҡып баһалаясаҡ.

Был хаҡта «Ҡыҙыл таң» һәм «Башҡортостан» гәзиттәренең бөгөнгө һандары хәбәр итә. Шулай уҡ ике баҫма ла Татарстан йәш шағирҙарының шиғырҙар шәлкемен баҫасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть