4 декабрь, Йәкшәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 13:25

Баш ҡалала халыҡ-ара ислам конференцияһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 12-13 декабрҙә үтәсәк, «XXI быуат мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

Форум программаһына ярашлы дүрт секцияла сығыштар күҙаллана: «XXI быуатта донъяуи һәм дини белем биреү», «Дини толерантлыҡ – донъяға ҡараш нигеҙе», «Мәктәп, ғаилә һәм дин хәҙерге заман белем биреү процесында», «Йәштәрҙе әхләҡи тәрбиәләүҙә ислам ҡиммәттәре».

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция сиктәрендә өс түңәрәк өҫтәл: «Йәштәр мөхитендә дини экстремизмды иҫкәртеү», «Дәүләт һәм конфессиялар:диалогты камиллаштырыу юлдары», «Рәсәйҙә теологик белем биреү перспективалары» – үткәреү планлаштырылған.

Конференцияла ҡатнашыу өсөн 10 ноябргә тиклем авторлыҡ белешмәһе ебәрергә кәрәк, унда фамилия, исем, атайҙың исеме, авторҙың эш урыны, ғилми дәрәжәһе, вазифаһы, секция йәки түңәрәк өҫтәлдең исеме, докладтың темаһы, бәйләнеш өсөн: электрон почта, факс, телефон һәм доклад тезистары тексы күрһәтелергә тейеш.

Заявкалар һәм тезистар haiet_bspu@mail.ru электрон почтаһы аша йәки түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3-а, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2-се корпус, 506 һәм 516-сы кабинеттар. Телефондар: (347) 276-26-14, 89659332192.