10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 13:11

Башҡортостан вәкилдәре Бешкәктә төрки телле илдәрҙең медиа-форумында ҡатнаша

автор: Әлим Фәйезов

8-9 ноябрҙә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә төрки телле илдәрҙең медиа-форумы үтәсәк. Унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан,  Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова составындағы Гагаузия Автономиялы Республикаһы, Украина составындағы Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән һәм төбәктәрҙән киң мәғлүмәт сралары етәкселәре һәм журналистар ҡатнашасаҡ. Рәсәй исеменән төрки телле республикалар – Башҡортостан, Татарстан, Ҡарасәй-Черкес һәм башҡа төбәк журналистары ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.

Форумда традицион киң мәғлүмәт сараларын яңы медиаға үҙгәртеп ҡороу процестарын тикшереү күҙаллана. Киң мәғлүмәт сараларының формалашыуына яңы технологияларҙың нисек тәьҫир итеүе, «яңы технологиялар» термины нимә аңлатыуы, ни өсөн социаль медиа-стратегиялар шул тиклем мөһим булыуы, йәмғиәттең мәғлүмәт менән ҡуллана алыу хоҡуғы менән контент эшләүҙә авторлыҡ хоҡуғын яҡлау араһында нисек тигеҙлек һаҡлап ҡалырға була, дәүләт учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре эшенә яңы медиа ниндәй йоғонто яһаясағы тураһында һөйләшеү алып барыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Төрки телле илдәрҙең III Медиа-форумын үткәреү тураһында  ҡарар быйыл августа Истанбулда үткән Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының Яраштырыу советы ултырышында ҡабул ителде. Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының генераль сәркәтибе Морат Каракая билдәләп үтеүенсә, беренсе һәм икенсе төрки телле илдәр медиа-форумдарында (улар 2010 йылдың декабрендә Анкарала һәм 2011 йылдың октябрендә Баҡыла үтте) төрки телле илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары профессионалдарының бындай берләшмәһе төрки донъяһында барған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт еткереү, тәжрибә һәм фекерҙәр менән уртаҡлашыу, аралашыу өсөн кәрәк булыуы тураһында һөйләшеп килешелгәйне. Шул уҡ ваҡытта был йәмәғәт ойошмаһында тулы хоҡуҡлы вәкил сифатында төрки телле булмаған, әммә был илдәрҙә төрки телле төбәктәр, диаспоралар, берләшмәләр һәм киң мәғлүмәт саралары исеменән ҡатнашҡан журналистарҙың да булырға тейешлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо маҡсатта Баҡыла үткән икенсе медиа-форумда төрки телле илдәрҙең генә түгел, ә төрлө илдәр составында төрки телле төбәктәр, территориялар, диаспораларҙың журналистарын һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштергән Медиа-платформа булдырылды.