3 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 12:16

2013 йылдағы иң яҡшы аграр ойошмалар аталды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда муниципаль райондар, ойошмалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге ярышҡа йомғаҡ яһалды.

Бындай ярыштың төп маҡсаты — конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙе арттырыу, төбәктең агросәнәғәт комплексы өлкәһендә эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу.

Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың иң яҡшы аграр ойошмаларын билдәләү өсөн предприятиеларҙың  2013 йылдың туғыҙ айындағы эш һөҙөмтәләренә анализ яһалды.

Еңеүселәр Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары менән наградлана. Алдынғы аграрийҙар өсөн аҡсалата премиялар ҡаралған.

Ауыл хужалығы продукттары етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 12 муниципаль район: Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө, Ейәнсура, Мәсетле, Балтас, Тәтешле, Краснокама, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Бүздәк һәм Мәләүез – республика Хөкүмәте дипломдары менән билдәләнде.

Ауыл хужалығы производствоһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн 50-нән ашыу ойошма һәм предприятие республика Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.

2013 йылда БР-ҙың иң яҡшы ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) тип Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы һәм Бишбүләк райондары Ауыл хужалығы идаралыҡтары танылды.

«500 ферма» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бишбүләк районының Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы Башҡортостан Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.

«2011-2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» республика программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн БР Хөкүмәте дипломы менән Нуриман районынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рафаэль Йосопов бүләкләнде.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостан Хөкүмәте сайтында танышырға мөмкин.