9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2013 йыл, 10:48

Өфө «Бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө «Бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш» бөтә Рәсәй конкурсының баш ҡалалар категорияһында онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе тип танылды. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың ойоштороусыһы булып Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды сығыш яһай.

Башҡортостан баш ҡалаһы 5221 тауыш йыйҙы. Дербент, Волжский һәм Ступино ҡалалары ла үҙ категорияһында лидерҙар булды.

Конкурс урындағы үҙидаралыҡ органдары социаль етемлек һәм уңышһыҙ ғаиләләрҙе иҫкәртеүгә, етем балаларҙы һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм булған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуға, был категорияға ҡараған балалар тураһында мәғлүмәт алыуҙы киңәйтеүгә, интернаттан һуң күҙәтеүгә алыу институтын үҫтереүгә, граждандарҙа ғаилә бурыстарына яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлгән Рәсәй ҡала биләмәләре араһында уҙғарыла.

Быйыл конкурста Рәсәй Федерацияһының 62 субъектынан 167 ҡала ҡатнашты.

Конкурстың маҡсаты – социаль етемлекте иҫкәртеү, етем балаларҙы һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы мөмкин тиклем күберәк ғаиләләргә урынлаштырыу һәм уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Ҡатнашыусы ҡалалар нәҡ ошо критерийҙар буйынса баһаланды.

Өфө бындай конкурстарҙа йыш ҡатнаша һәм хәҙер инде ыңғай тәжрибәгә эйә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфө онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Етемдәрһеҙ ҡала» конкурсында абсолют еңеүсе тип танылды, ә социаль етемлекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырған Рәсәй ҡалалары рейтингында РФ субъекттарының административ үҙәктәре булған ҡалалар араһында тәүге өсәү иҫәбенә инде.