Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт педуниверситетында «Мин — йәш ғалим» Бөтә Рәсәй форумы үтәсәк

Йәмғиәт

«Мин — йәш ғалим» Бөтә Рәсәй йәштәр форумы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 7-8 ноябрҙә үтәсәк.

7 ноябрҙә сәғәт 10-дан  төрлө йүнәлештәр: астрофизика, альгология, дидактика, дизайн һәм ИЗО, мәғлүмәт системалары, тарих, лингвистика, педагогика, психология, социология, филология, экология буйынса мәктәп-семинар эшләй башлаясаҡ, шул иҫәптән Т.Шевченко исемендәге Киев милли университетынан, З.Исмәғилев исемендәге БР Сәнғәт академияһынан, Башҡортостан Республикаһының Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фондынан, Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтынан, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан, Рәсәй Авторҙар йәмғиәтенең социология үҙәгенән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаясаҡ.

Форум сиктәрендә 8 ноябрҙә художество-графика факультетының декоратив-ҡулланма сәнғәте, һынлы сәнғәт, графика өлкәһендәге эштәре күргәҙмәһе, шулай уҡ кейеҙ, батика һәм керамика буйынса оҫталыҡ класы (сәғәт 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем Аҡ залда) үтәсәк,. Шул уҡ көндө икенсе корпустың икенсе ҡаты фойеһында БДПУ-ның студенттар берләшмәләрен презентациялау үткәреләсәк, унда «КЕДР» Йәштәр профессиональ советы, «Young Staff» — «Мин — менеджер» студенттар кадрҙар агентлығы, студенденттар үҙәге, «Моряк» Балалар клубы менән таныштырасаҡтар. Презентация программаһында — интеллектуаль викторина, студенттар инновацион бизнес-инкубаторы һәм «Via Viatoris» тарихи реконструкция клубы.

8 ноябргә «Йәштәр фәненең инновацион потенциалы» IX Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы планлаштырылған. Йәштәр инновацион проекттарын бойомға ашырыу буйынса оҫталыҡ кластары үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть