9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2013 йыл, 18:07

Парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының өсөнсө ултырышына әҙерлек башлай

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был аҙнала профилле комитеттар сиктәрендә эш башлай.

6 ноябрҙә Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет (10.30), Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет (14.30) депутаттары ултырыштар үткәрәсәк.

7 ноябрҙә Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет (сәғәт 10-да), Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет (14.30), Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет (16 сәғәттә) ултырыштары үткәрелә.

8 ноябрҙә Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет (10.30) һәм Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ағзалары (14.30) ултырыш үткәрә.

Тағы бер аҙнанан, 15 ноябрҙә, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет (сәғәт 10-да) ултырышы үтәсәк.