10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 17:57

Рәсәйҙә хеҙмәт өлкәһенең иң яҡшы журналисын иғлан итәсәктәр

автор: Галина Бахшиева

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт «Иң яҡшы хеҙмәт инспекторы» конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте, ундағы номинацияларҙың береһе — «Хеҙмәт өлкәһендә иң яҡшы журналист».

Номинацияла үҙенең материалдарында хеҙмәт, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм хеҙмәт тураһында закондар нормалары темаларын сағылдырған бөтә журналистар ҙа ҡатнаша ала.

Конкурсҡа заявкалар ағымдағы йылдың 22 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү ноябрҙең икенсе яртыһында – декабрь башында үтәсәк.

Конкурста журналистарҙың киң маҡсатлы аудиторияға йүнәлтелгән, 2012 йылдың 1 ноябренән алып 2013 йылдың 22 ноябренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан йәки баҫылған аудио-, видео- һәм матбуғат материалдары ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар түбәндәге номинацияларҙың береһенә ҡабул ителә: «Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу темаһы буйынса иң яҡшы материал», «Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының тикшереү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы материал», «Эш хаҡын тотҡарлау темаһы буйынса иң яҡшы материал», «Рәсәй хеҙмәтенең яңы концепцияһы тураһында иң яҡшы материал» һәм «Хеҙмәт темаһы буйынса иң яҡшы инфографик материал».

Материалдарҙы баһалау өсөн төп федераль баҫмалар мөхәррирҙәренән һәм журналистар берләшмәләре вәкилдәренән торған махсус конкурс комиссияһы ойошторолған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән конкурстың рәсми битендә, шулай уҡ Рәсәй хеҙмәте сайтында танышырға була.