Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Вил Ғабдуллин кикбоксинг буйынса донъя чемпионатында 10 алтын миҙал яуланы

Спорт

Италияла WTKA хәрби оҫталыҡ буйынса донъя чемпионаты уҙҙы, тип хәбәр итә ER.RU. Ярыштарҙа БР Хәрби оҫталыҡ федерацияһы Президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса ун дүрт тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» ағзаһы ҡорал ҡулланып хәрби ярыштарҙа дөйөм алғанда 10 алтын миҙал яуланы.

— Чемпионатта донъяның 40 иленән биш меңләгән спортсы ҡатнашты. Шуға күрә еңеүҙәр ауыр бирелде, конкуренция ныҡ ҙур булды. Әммә мин партия рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең биш йыллығы хөрмәтенә юбилей кисәһе барышында республика халҡына биргән вәғәҙәмде иҫемдән сығарманым. Ул саҡта мин, хәрби оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатына тик еңеү яулау өсөн барам, тинем. Һәм мин һүҙемдә торҙом, — тине Вил Ғабдуллин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть