10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 17:25

Бөгөн – Хәрби разведчиктар көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

5 ноябрҙә Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө билдәләнә. Ул РФ Оборона министрының 2000 йылдың 12 октябрендәге 585-се бойороғо менән билдәләнгән.

XIX быуаттың башында Рәсәйҙә беренсе разведка органы – Хәрби министрлыҡ ҡарамағында Йәшерен эштәр экспедицияһы – ойошторола.

1918 йылдың 1 ноябрендә республика Революцион хәрби советы (Реввоенсовет) Ялан штабының штаты раҫлана. 5 ноябрҙә штат Революция хәрби советының 197/27-се ҡарары менән индерелә. Ҡыҙыл армия Ялан штабы составында армияның бөтә разведка органдары: Бөтә Рәсәй Баш штабы Оператив идаралығының Хәрби-стратегия бүлеге, хәрби эштәр буйынса Халыҡ комиссариаты Оператив бүлегенең Разведка бүлексәһе, Юғары хәрби совет Оператив идаралығының Разведка бүлексәһе — көстәрен туплау өсөн Теркәү идаралығы (Региструпр) булдырыла.

Ошо көндән алып РФ Ҡораллы көстәр Генераль штабының Баш разведка идаралығы тарихы башлана, ул Теркәү идаралығының туранан-тура вариҫы булып тора. Тап шуға күрә 5 ноябрь – Хәрби разведка көнө тип иҫәпләнә.

Әлеге ваҡытта хәрби разведка Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы структураһына инә. Разведка – ул ҡораллы көстәрҙең «күҙҙәре һәм ҡолаҡтары», мәғлүмәт ала торған төп сараһы.

Башҡортостандың район һәм ҡалаларында Хәрби разведчиктар көнө айҡанлы һуғышта ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡуйылған һәйкәлдәр эргәһендә митингтар үтәсәк.