5 декабрь, Дүшәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 16:07

Өфөлә Бөйөк Октябрҙең 96 йыллығына арналған автоярыш уҙасаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә 7 ноябрҙә Бөйөк Октябрҙең 96 йыллығын байрам итеүгә арналған автоярыш уҙасаҡ. Акцияны ойоштороусы — «Ваҡыт асылы» Йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе.

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө 70 йыл дауамында илебеҙҙә төп байрамдарҙың береһе булды. Был дата СССР-ҙы ойоштороуға нигеҙ һала, һуңынан Рәсәй уның хоҡуҡи вариҫы була.

Автоярыш бөйөк державаны ойоштороусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу маҡсатында үткәрелә. Автомобилдәр колоннаһы ҡыҙыл флагтар менән 7 ноябрҙә 19 сәғәттә Карл Маркс урамындағы 69-сы йорт эргәһенән ҡуҙғалып, бөтә ҡала буйлап уҙасаҡ (Карл Маркс урамы – Ираһимов бульвары – Ҙур Граждандар урамы – Зорге – ССССР-ҙың 50 йыллығы – Октябрь проспекты – Ленин исемендәге майҙан).

Унда бөтә теләүселәр ҡатнаша ҡала. Белешмә өсөн телефон: 89174232307.