10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 15:21

Межгорьела сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Межгорьела Ҡуҙйылға махсус ауылы тотҡондарына һәйкәл асылды. Был мәсьәләне ҡалала күптән йәшәүсе Рифҡәт Ғөбәйҙуллин күтәрә, уны урындағы хакимиәт хуплап сыға. «30-сы төҙөлөш идаралығы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы финанс ярҙамы күрһәтә.

Репрессияға дусар булыусылар иҫтәлегенә монументты үткән быуаттың 30-40-сы йылдарында вафат булыусыларҙы күпләп ерләү урынында астылар. Тантаналы сарала мәктәп уҡыусылары, урындағы халыҡ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владимир Волков ҡатнашты.

Һәйкәл асыу Бөтә донъя Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналды. Был көн – XX  быуаттың 30-сы йылдары икенсе яртыһында башланған сәйәси золом ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алыу көнө. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше репрессияға дусар ителгән.

Белорет районында махсус күскенселәр өсөн бер нисә ауыл төҙөлгән: Ярматай, Нура, Төлмәй. Шундай урындарҙың береһе Ҡуҙйылға була.