7 декабрь, Шаршамбы

05 ноябрь 2013 йыл, 14:50

Башҡортостандың баш архивсыһы отставкаға китте

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралыҡ эштәрен 15 йыл дауамында етәкләүсе Әхмәт Хисмәтуллин күп йылдар хеҙмәт иткәне өсөн пенсияға сығыу сәбәпле биләгән вазифаһынан бушатылды. Был турала ҡарарға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыу архив идаралығы начальнигы урынбаҫары Илфат Ғәлләмовҡа йөкмәтелде.

Белешмә. Илфат Вәис улы Ғәлләмов 1955 йылдың 27 авгусында Балаҡатай районында тыуған. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын 1986 йылдан алып биләй. Башҡортостандың 2 класлы мөхбир дәүләт советнигы булып тора, «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исемгә эйә.