Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Дан бульвары» туҡталышы эргәһендәге яңы ер аҫты үткәүелен тикшерҙе

Йәмғиәт

Өфөлә Октябрь проспектындағы «Дан бульвары» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында йәйәүлеләр өсөн яңы ер аҫты үткәүеле асылды. Юл инфраструктураһы объектын шәмбе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡараны.

Дөйөм 1450 квадрат метр майҙанлы ер аҫты үткәүелен төҙөүгә республика бюджетынан 156 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Тоннелдең киңлеге – 8 метр, оҙонлоғо 68,2 метр тәшкил итә. Ер аҫты үткәүеле заманса талаптарға ярашлы төҙөлгән, уның менән физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә файҙалана аласаҡ.

Ер аҫты объектын проектлаусы – «Гипростроймост Институты – Санкт-Петербург» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Подряд эштәрен «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Пермь) 123-сө күпер төҙөү отряды башҡарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть