9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2013 йыл, 10:47

Владимир Путин Рөстәм Хәмитовты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Был байрам беҙҙе Рәсәй яҙмышының һынылыш ваҡиғаларына ҡайтара, беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һалынған ватансылыҡ, берҙәмлек һәм гражданлыҡ традициялары хаҡында иҫкәртә. Беҙ үҙебеҙҙең бөйөк тарихыбыҙға лайыҡлы булырға, рухи берҙәмлек, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби еңеүҙәренә һәм хеҙмәт асыштарына ихтирам тойғоһон һаҡларға тейешбеҙ. Ватаныбыҙ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итергә бурыслыбыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар һәм бары тик изгелектәр генә теләйем», — тип яҙылған дәүләт башлығының ҡотлауында.