10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 10:27

Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы һәм пенсия реформаһы перспективаларын тикшерәсәктәр

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы инициативаһы менән хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы һәм пенсия реформаһы перспективаларын тикшерәсәктәр.

6 ноябрҙә Профсоюздар йортонда хеҙмәтте һаҡлау буйынса «Хеҙмәткәрҙәрҙе махсус өҫ, аяҡ кейеме һәм башҡа шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүгә комплекслы ҡараш» семинары үтәсәк. Семинар программаһында — заманса яңы шәхси һаҡланыу саралары күргәҙмәһе һәм хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә белгестәрҙең сығыштары. Күргәҙмә стендтарында беренсе ярҙам күрһәтеү саралары, күҙҙе, ишетеү ағзаларын һаҡлауҙа яңы саралар һәм башҡа әйберҙәр ҡуйыласаҡ. Форумдың пленар өлөшөндә «2013 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса үлем һәм башҡа ауыр эҙемтәләргә килтергән, шул иҫәптән эш урындарында шәхси һаҡланыу саралары булмау менән бәйле производство имгәнеүҙәренә анализ», «Хеҙмәткәрҙәрҙе заманса шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү – эш биреүсенең бурысы», «Страховка системаларын ҡулланыу ҡағиҙәләре» һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

7 ноябрҙә Профсоюздар йортонда 2014 йылғы пенсия реформаһы буйынса семинар үткәреләсәк. Унда ҡатнашыусылар минималь хәүеф менән үҙеңә нисек лайыҡлы пенсия тәьмин итеү мөмкинлеген беләсәк. Семинарҙа ҡатнашыу өсөн БР Йәмәғәт палатаһы, дәүләттеке булмаған пенсия фондтары вәкилдәре, республика профсоюз ойошмалары һәм тармаҡ предприятиеларының пенсия комиссиялары, тәүге профсоюз ойошмалары рәйестәре саҡырылған.