10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2013 йыл, 9:08

Өфөлә медицина өлкәһендәге һуңғы асыштарҙы күрһәтәсәктәр

автор: Людмила Терновая

12 — 14 ноябрҙә Өфө  ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы, «БашЭКСПО» Күргәҙмә үҙәге тарафынан ойошторолған, сит илдәр вәкилдәре ҡатнашлығында «Медицина-2013» махсус форумы үтәсәк.

Күргәҙмәлә Рәсәй медицина һәм фармацевтика предприятиелары ғына түгел, шулай уҡ Төркиә, Һиндостан, Германия, АҠШ, Швейцарияның тармаҡ фирмалары вәкиллектәре үҙ экспозицияларын күрһәтәсәк. Форумда  күсмә лабораториялар; диагностика приборҙары һәм инструменттары; хирургия ҡорамалдары; терапия өсөн электромедицина приборҙары һәм инструменттары; фармацевтика продукцияһы; протездар, корсеттар, бандаждар, компрессион һәм термо кейем; ишетеү һәм массаж аппараттары; дауалау косметикаһы; оптика тәҡдим ителәсәк.

Форумға ярашлы һаулыҡ һаҡлауҙағы мөһим проблемалар буйынса конференциялар үткәреү ҡаралған: «Ритмы боҙолған ауырыуҙарҙы дауалау буйынса милли рекомендациялар», «Акушерлыҡ һәм гинекология буйынса көнүҙәк мәсьәләләр», «Неврологияла яңы диагностика һәм дауалау технологиялары», «Анестезиология һәм реаниматология проблемалары», «Заманса яңы функциональ диагностика технологиялары» һәм башҡалар.

Медицина экспофорумы эше тамамланғас, ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм почет грамоталары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: форум, медицина