2 декабрь, Йома

01 ноябрь 2013 йыл, 16:59

Баш ҡалала робот техникаһы буйынса республика чемпионаты уҙасаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Робот техникаһы буйынса мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында йыл һайын үткәрелә торған икенсе республика чемпионаты 16 ноябрҙә БР Фәндәр академияһында үтәсәк.

БР Фәнде үҫтереү һәм яҡлау фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика командаларының (мәктәп уҡыусылары, профилле белгес студенттары, ғилми-техник түңәрәктәргә йөрөүселәр) ярыш программаһына ярашлы, роботтар дүрт дисциплинала ярышасаҡ: сумо көрәше, арҡан тартышыу, лабиринт һәм траектория. Бынан тыш, махсус ижади категория бүленәсәк, унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала, ҡатнашыусының киборгы тышҡы ҡиәфәте, башҡарыу техникаһы һәм тәғәйенләнеше, автор фантазияһынан тыш, бер ни менән дә сикләнмәгән булырға тейеш. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы аҡыллы машиналар күргәҙмәһе, «Республика робот техникаһы үҙәге концепцияһы» темаһына түңәрәк өҫтәл, роботтарҙың ярышы, ғилми-популяр лекциялар һәм документаль фильмдар көтә.

Чемпионат тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән рәсми сайтта танышырға мөмкин, шулай уҡ ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар унда теркәлә лә ала.

Инеү ирекле, сәғәт 10-да башлана.