4 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2013 йыл, 16:35

Мәләүездә алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Александр Яворский

Мәләүездә ауыл хужалығы йылын йомғаҡлау сараһында производство алдынғыларын, райондың иң яҡшы хужалыҡтарын ҡотланылар. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Елена Мазиева һөйләүе буйынса, тантаналы кисә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.

Мәләүездәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡотланы. Ул үҙенең мөрәжәғәтендә билдәләп, Мәләүез районы республиканың ауыл хужалығы тармағында алда бара, үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса алдынғы урындарҙы биләй, тине. Дөйөм алғанда, министр урынбаҫары һөйләүенсә, республикала быйыл ныҡлы аҙыҡ-түлек запасы булдырылған. Алда әле эштәр байтаҡ, һәм мәләүездәр бөтә өлкәлә лә һәр саҡ иң юғары күрһәткестәргә өлгәшәсәк.

Район хакимиәте башлығы Малик Вәхитов йыйылышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, район аграрийҙарының фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, республика етәкселеге, аграр ведомство ярҙамында бөгөнгө ҡаҙаныштарға ирешә алдыҡ, тине.

Быйыл райондың ауыл хужалығы өлкәһенә дәүләт яғынан субсидиялар һәм дотациялар формаһында 392 миллион һум аҡса бүленде. Район хужалыҡтары «500 ферма» республика программаһына әүҙем инә. Был программаға быйыл биш ауыл хужалығы предприятиеһы инде.

Бөгөн мәләүездәр тулайым иген йыйыу буйынса алдынғылар иҫәбендә: 117 мең тонна иген йыйылған, уртаса уңыш гектарынан  22 центнер. Республиканың өс районы ғына гектарынан 20 центнерҙан күберәк уртаса уңыш алды – улар Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары.

Башҡортостан Президенты 2014 йылда республика Баҫыу көнөн Мәләүез районында үткәрергә ҡарар итте, тип билдәләне Малик Вәхитов. Уға әҙерлек башланған да инде.

Кисә Ҡала Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары әҙерләгән байрам концерты менән дауам итте.

темалар: ауыл хужалығы