3 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2013 йыл, 15:03

2014-2016 йылдарға өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Йома көнө Өфөлә Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның киңәйтелгән ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берләшмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2014-2016 йылдарға Республика килешеүе төҙөлдө.

Килешеүгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Профсоюздар Федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ҡул ҡуйҙы.

Документҡа, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау йүнәлештәрен индереп, социаль сәйәсәттең бөтә төп мәсьәләләре буйынса яҡтарҙың 190 йөкләмәһе индерелгән.

Тәүге бер йыллыҡ өс яҡлы килешеү 1994 йылда төҙөлә. Әлеге ваҡытта иҫәп буйынса туғыҙынсы республика килешеүе тормошҡа ашырыла – ул 2011-2013 йылдарға иҫәпләнгән. Бынан тыш, Башҡортостанда 18 республика тармаҡ, 62 территориаль килешеү һәм ете меңдән ашыу коллектив договор үҙ көсөндә.