7 декабрь, Шаршамбы

01 ноябрь 2013 йыл, 14:06

Иң яҡшы суд приставтары Башҡортостандың Почет грамотаһына лайыҡ булды

автор: Сергей Захаров

Суд приставтарының 1 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары алдынан республика Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙе  Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Был наградаға Александр Звонов, Хәбибә Мәзитова, Елена Матвеева һәм Сәүиә Полякова законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды, тип хәбәр ителә республиканың хоҡуҡ мәғлүмәте рәсми порталында .

Президенттың икенсе указы менән Октябрьский ҡала бүлегенән өлкән суд приставы Рәзилә Нәзмүтдиноваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән почетлы исем бирелде.