6 декабрь, Шишәмбе

01 ноябрь 2013 йыл, 13:54

Өфөнөң «Көньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар поликлиникаһы барлыҡҡа киләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Балалар поликлиникаһы Зәйнәб Биишева менән Заһир Исмәғилов урамдары араһындағы территорияла урынлашасаҡ, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Дөйөм майҙаны ете мең квадрат метр самаһы буласаҡ яңы балалар поликлиникаһы бинаһында участка табиптары бүлексәһе (10 педиатрия участкаһы педиатрҙары), 30 койкалыҡ көндөҙгө стационар, тар белгес-табиптар (офтальмолог, невролог, хирург, логопед) бүлексәһен урынлаштырырға планлаштырыла. Поликлиникала функциональ диагностика, нурлы диагностика бүлексәләрен, стоматология кабинеттарын, клиник-диагностика лабораторияһын, һауыҡтырыу бүлексәһен һәм башҡа подразделениеларҙы йыһазландырыу күҙҙаллана.

Поликлиниканы Өфө ҡалаһында 2014-2016 йылдарҙа типовой поликлиникалар һалыу комплекслы проекты сиктәрендә төҙөргә планлаштырыла. Бынан тыш, Өфө хакимиәте башлығы ҡарары менән Амантай урамы, 7/1 адресы буйынса урынлашҡан  600 квадрат метр майҙанлы бина 2-се балалар поликлиникаһы идаралығы ҡарамағына тапшырылған, ремонттан һуң унда сменаһына 150 кеше ҡабул итерлек поликлиника филиалын урынлаштырыу күҙаллана. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылдың беренсе кварталында башларға, 2014 йылдың 3 кварталында тамамларға планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта «Көньяҡ» һәм «Колгуев» биҫтәләрендә һигеҙ педиатрия участкаһында 7,5 меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә.

темалар: төҙөлөш