Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

1 ноябрь – Суд приставтары көнө

Йәмғиәт

1 ноябрҙә Рәсәйҙә Суд приставтары көнө билдәләнә. Быйыл Федераль суд приставтары хеҙмәтенә 148 йыл тула.

Беҙҙең илебеҙҙә суд приставтары тураһында беренсе иҫкә алыуҙар Рәсәй феодаль тарҡаулыҡ осоро документ акттарында осрай. 16-17 быуаттарҙа Рәсәйҙә норматив-хоҡуҡи документтарҙы глобаль системалаштырыу менән берҙәм суд системаһы ойошторола. Тап ошо осорҙа суд приставтарының хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнә, ә уларҙың функциялары ҡануни нығытыла. Әйткәндәй, был дәүерҙә суд приставы «аҙнасы» тип йөрөтөлә, сөнки ул үҙ йөкләмәләрен аҙналап үтәгән. Уның бурысына яҡтарҙы судҡа саҡырыу тураһында хәбәр итеү, ғәйепләнеүсене табыуҙа булышлыҡ итеү һәм уны судҡа килтереү инә.

Александр II-нең суд реформаһы (1864 йыл) нигеҙендә суд приставтары институты ойошторола. Власҡа большевиктар килгәнсе ул үҙгәрешһеҙ ҡала һәм халыҡ комиссарҙары Советының 1917 йылдың 24 ноябрндәге Декреты менән юҡҡа сығарыла. 1917 йылдан һуң беренсе тапҡыр 80 йыл үткәс Рәсәй дәүләте махсус закондар ҡабул итеүҙе кәрәкле тип таба. Тап 1997 йылда федераль закондар ҡабул иткәндән алып суд приставтары хеҙмәте яңынан тергеҙелә.

Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙмәте  – суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү, суд акттарын, башҡа органдар һәм вазифалы кешеләр акттарын үтәү буйынса, шулай уҡ хоҡуҡ ҡулланыу функцияларын башҡарыусы федераль башҡарма власть органы.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығында билдәләүҙәренсә, быуат ярым ваҡыт эсендә хеҙмәттең үҙ тарихы, традициялары һалынды, Идаралыҡтың шәхси составы ғорурланырлыҡ үҙ геройҙары барлыҡҡа килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть