Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Иглин районында биш мең төп ағас ултыртасаҡтар

Йәмғиәт

2 ноябрҙә Иглин районында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» республика акцияһы сиктәрендә күмәкләп ағас ултыртыу сараһы уҙасаҡ. Иглин районына ингән саҡта бер гектар самаһы территорияла ике меңләгән ылыҫлы ағастар үҫентеләрен ултыртасаҡтар. Акцияла Иглин районының бөтә ауыл биләмәләренән партия ағзалары ҡатнашасаҡ.

Партияның урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альмира Ханова һөйләүенсә, ағас ултыртыу акциялары районда даими ойошторола.Тик бындай масштаблы акция беренсе тапҡыр үтәсәк.

— Райондың һәр бер ауыл биләмәһе был акцияла ҡатнашасаҡ. Был көндәрҙә районда барлығы биш меңләп ылыҫлы ағастар үҫентеләре ултыртыласаҡ, — тине ул.

«Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» акцияһы «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең биш йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙа. Масштаблы сарала беренсе булып “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһе ағзалары һәм Шишмә районының «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары ҡатнашасаҡ. Киләһе йыл яҙ акцияға республиканың ҡалған бөтә территориялары ла ҡушылырға ниәтләнә.

— Бына инде биш йыл дауамында партия рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Башҡортостан халҡына ысын ярҙам күрһәтә, — тине  Өфөләге Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе урынбаҫары Наил Мәһәҙиев. — Меңләгән кеше бында ярҙам һәм яҡлау тапты. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты булараҡ мин үҙем дә граждандарҙы ҡабул итәм һәм халҡыбыҙҙы ниндәй проблемалар борсоғанын беләм. «Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» акцияһын күп кеше хуплап сыҡты. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше унда ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть