5 декабрь, Дүшәмбе

01 ноябрь 2013 йыл, 11:27

Рөстәм Хәмитов «Асыҡ инновациялар» халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

31 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Асыҡ инновациялар» Мәскәү халыҡ-ара инновацион үҫеш форумы эшендә ҡатнашты. Республика етәксеһе Рәсәй төбәктәре, «Сколково» фонды, РОСНАНО стендтарын ҡараны. Шулай уҡ форум майҙансығында Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Форумда журналистар менән осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов, «беҙҙең республика илдең инновация яғынан алға киткән төбәктәре иҫәбенә инә, беҙ Рәсәй Федерацияһы Инновацион төбәктәре ассоциацияһында торабыҙ», тип билдәләне.

Президент «күргәҙмә барыһын да ҡыҙыҡһындыра, ул бик мөһим» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика төрлө сәбәптәр арҡаһында быйыл үҙ экспозицияһын ҡуймаһа ла, ике-өс йылдан мотлаҡ үҙ продукцияһын күрһәтәсәк, тине ул.

Республиканың Рәсәйҙең Инновацион төбәктәре ассоциацияһында ҡатнашыуы ни тиклем файҙалы, тигән һорауға яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, «был Ассоциация үҙенә тиңдәрҙе берләштерә. Был эштә ысын мәғәнәһендә алға киткән төбәктәр, бер-береһенә ярҙам итеп, ниндәйҙер бер дөйөм идеология барлыҡҡа килтерә. Әгәр ниндәйҙер тәғәйен проекттар тураһында һүҙ алып барғанда, был инде федерация субъекттарының өҫтөнлөгө. Ә бына норматив документация әҙерләү, Рәсәй Федерацияһы бюджетында инновацион үҫешкә юл барлыҡҡа килһен өсөн аҡса эҙләү – был тап Ассоциацияның бурысы. Ассоциация – ул үҙе тирәләй лидерҙар ойошҡан ядро. Улар бөтә ил өсөн финанс эҙләп таба һәм ошо тематиканы алға һөрә», тине.