6 декабрь, Шишәмбе

01 ноябрь 2013 йыл, 9:53

Ауырғазы районы сайты Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың Ауырғазы районы хакимиәтенең рәсми сайты «Иң яҡшы муниципаль сайт» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды, ул Воронеж өлкәһе Рамон районы порталынан ғына ҡалышты

Республика муниципалитеттарының интернет-порталдары был йыл һайын үткәрелеп килгән ярышта күптән инде призлы урындар биләгәне юҡ ине. 2002 йылдан башлап Өфө сайты ғына лауреат (2004 йыл) һәм еңеүсе (2003 йыл) булғайны.

Урындағы үҙидара сайттарының Бөтә Рәсәй конкурсы муниципаль берәмектәр эшендә интернет-технологияларҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар — Муниципаль академия, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеттары, «Управа» журналы.

Конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү 22 ноябрҙә Рәсәй муниципаль академияһының II ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә Мәскәүҙә Дәүләт идаралыҡ университетында үткәрелә.