Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

2013 йылдың 9 айында 2,9 мең техника берәмеге һатып алынған

Иҡтисад

2013 йылдың туғыҙ айында Башҡортостан аграрийҙары 3,6 миллиард һумға 2,9 мең техника берәмеге һәм ҡорамалдар һатып алған. Уҙған йылдың ғинуар-сентябре менән сағыштырғанда үҫеш 106 процент тәшкил итә, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

Быға республика техниканы яңыртыу программаһы арҡаһында өлгәшелде. Бынан тыш, федераль бюджет средстволары иҫәбенә  2013 йылдан ватанда етештерелгән билдәле бер техника төрҙәре ауыл хужалығы продукттары етештереүселәргә 15 процентҡа арзаныраҡҡа һатыла башланы.

Николай Коваленко әйтеүенсә, республикаға 75 миллион һумдан ашыуыраҡ күләмдә квота бүленгән. Был аҡсаның 42 проценты үҙләштерелгән дә инде. «Ростсельмаш» заводында етештерелгән 39 иген йыйыу комбайны менән бергә 55 техника берәмеге һатып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть