9 декабрь, Йома

31 октябрь 2013 йыл, 17:09

БР делегацияһы Мәскәүҙәге «Асыҡ инновациялар» халыҡ-ара форумында ҡатнаша

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы кесаҙна көнө «Крокус Экспо» күргәҙмә үҙәгендә асылған, «Асыҡ инновациялар» Мәскәү халыҡ-ара инновация үҫеше форумында ҡатнаша. Был турала «Башинформ» агентлығына республика Президенты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Асыҡ инновациялар» форумы – ул инновациялар өлкәһендә яңы технологияларға һәм халыҡ-ара кооперациялар перспективаһына арналған глобаль фекер алышыу майҙансығы.

2013 йылда форумдың төп темаһы – «Глобаль баҙарҙарҙа уйын ҡағиҙәләре: алдынғы технологиялар һәм уларҙы уйлап сығарыусылар».

Форумдың беренсе көнө программаһына «Мин уйын ҡағиҙәһен үҙгәртәм!», «Гипер бәйле донъяла лидерлыҡтың милли стратегиялары» пленар ултырыштары, түңәрәк өҫтәлдәр һәм мәғариф, конкуренцияға һәләтлелек мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар индерелгән.

Беренсе «Асыҡ инновациялар» форумы Мәскәүҙә 2012 йылдың көҙөндә үтә. Уға донъяның 38 иленән 5 меңдән ашыу кеше килә.

Форумдың мөһим ваҡиғаһы булып Open Innovations Expo 2013 күргәҙмәһе – алдынғы Рәсәй һәм сит ил технологияларын һәм асыштарын күрһәтеү, инновацион проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығы – тора.

Форум Рәсәй Хөкүмәте бойороғо буйынса, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, Мәскәү Хөкүмәте һәм Рәсәй үҫеш институттары: Белем биреү һәм инфраструктура программалары фонды (РОСНАНО), Тышҡы иҡтисад банкы (Внешэкономбанк), Стратегик инициативалар агентлығы ярҙамында уҙғарыла.