3 декабрь, Шәмбе

31 октябрь 2013 йыл, 16:15

Һалым инспекцияһының эшен онлайн режимында күҙәтеп була

автор: Эльвира Латипова

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында һалым инспекциялары операция залдарының эше онлайн-трансляцияла ойошторолған.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте фаразлауынса, «Операция залдары онлайн» яңы интерактив сервисы һалым түләүселәргә хеҙмәтләндереү залдарының тулылығын баһаларға һәм инспекцияға үҙенә уңайлы ваҡытта килергә мөмкинселек бирәсәк.

Әлеге ваҡытта интернет-сервис Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан инспекцияларҙың туғыҙ операция залының эшен күҙәтергә мөмкинселек бирә. Ҡалған инспекцияларҙы онлайн-трансляцияға йыл аҙағына тиклем тоташтырырға планлаштырыла.