8 декабрь, Кесе йома

31 октябрь 2013 йыл, 16:11

Өфөлә Республика мәҙәни-спорт фестивале үтә

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң Дим районында дәүләт махсус (коррекция) мәктәптәрендә, мәктәп-интернаттарҙа уҡыусыларҙың, башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең XI Республика мәҙәни-спорт фестивале үтә. Фестивалдә республиканың 38 муниципаль белем биреү мәктәбенән 200-ҙән артығыраҡ кеше ҡатнаша.

Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостандан РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы, 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова, БР Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Дим районы хакимиәте башлығы Зыфар Хәкимов ҡатнашты.

Фестиваль өс өлөшкә бүленә: спорт ярыштары, ижади конкурстар һәм «Ҡаршылыҡтар һыҙаты» туристик ярыштары.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө күнекмәләр эшләү оҫталығын күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ улар шахмат, шашка, өҫтәл теннисы һәм дартс ярыштарында ҡатнаша. «Ҡаршылыҡтар һыҙаты» этаптарына рюкзак тултырыу, «һаҙлыҡ-түңгәктәр», йүнәлеш алыу, бағана буйлап сығыу, палатка ҡороу, викторина һәм туристик йырҙар башҡарыу һынауҙары инә.

— Үҙем спорт кешеһе булғанғамы, үҙҙәрен күрһәтергә тырышҡан, еңеүгә ынтылған әүҙем балаларҙы күреүе бик тә ҡыуаныслы. Бында улар үҙҙәренә яңы дуҫтар таба аласаҡ. Балалар – улар беҙҙең киләсәгебеҙ, — тип билдәләне Рима Баталова.

Фестиваль 1 ноябрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.