Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына кандидаттар раҫланды

Йәмғиәт

Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының киңәйтелгән пленумы үтте. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булып Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына кандидаттар раҫлау торҙо. Шулай уҡ дини лидерҙар БР мосолмандары Диниә назаратының VII съезына әҙерлек тураһында һөйләне, тип хәбәр итә «Рисәләт-Мөрәжәғәт» республика дини порталы.

Пленумға йыйылыусылар алдында сығыш яһап, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков ил Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһында милләт-ара һәм конфессия-ара хәлде ыңғай баһалауын телгә алды. Шулай уҡ, Вячеслав Пятков йыйылышта ҡатнашыусыларға Өфөлә 26 ноябрҙә үтәсәк сираттағы пленумға уңышлы әҙерләнеүҙәрен теләне.

Фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә пленумда ҡатнашыусылар Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына ике кандидатураны раҫланы: хәҙерге БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Баймөхәмәт Ғизәтуллин.

Һайлауҙа ҡатнашырға тәҡдим ителгән БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов менән Диниә назараты ҡарамағындағы йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов үҙ кандидатураларын кире алды.

Пленум БР мосолмандар Диниә назаратының әүҙем эшмәкәрҙәренә дини өлкәлә оҙаҡ һәм намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть