6 декабрь, Шишәмбе

31 октябрь 2013 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт премияһы менән наградланды

автор: «Башинформ»

Мәскәүҙә Рәсәй коммерция булмаған ойошмаларының V съезы бара. Сара граждандар йәмғиәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә, коммерция булмаған ойошмаларҙың яңы эш механизмдарын булдырыуға, ил төбәктәренең коммерция булмаған ойошмалары менән дәүләт власы органдарының үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләләренә арналған.

Сараны «РАРИО» Рәсәй мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү агентлығы ойошторҙо. Унда РФ Президенты Хакимиәте, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, федераль һәм төбәк власть органдары, РФ Йәмәғәт палатаһы, шулай уҡ ил төбәктәренең коммерция булмаған ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Теркәлгән ҡатнашыусылар һаны – 1000-дән ашыу, ысынында иһә съезд эшендә 400-ҙән ашыуыраҡ кеше ҡатнаша.

Съезд сиктәрендә 30 октябрҙә РФ коммерция булмаған секторын үҫтереүгә һәм яҡлауға индергән өлөшө өсөн «ГОСГРАНТ 2013» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй Федерацияһы субъекттары» персональ номинацияһында премия лауреаты булды.

Башҡортостандан съезд эшендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, БР Президенты Хакимиәте, БР Йәмәғәт палатаһы, республика коммерция булмаған ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Съезд сиктәрендә  бөгөн, 31 октябрҙә, граждандарҙың һәм властың үҙ-ара мәғлүмәти аралашыуы мәсьәләләрен тикшереүгә арналған «Инфо-Йәмғиәт 2013» Бөтә Рәсәй Форумы үткәрелә. Съезд 1 ноябрҙә тамамлана.

Белешмә өсөн. Быйыл Башҡортостандың 10 коммерция булмаған ойошмаһы федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста еңеүсе булды.