11 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2013 йыл, 9:13

Баш чекист һәм Башҡортостан прокуроры коррупцияға ҡаршы тороу советы составына инде

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Олег Гайденко һәм республика прокуроры Андрей Назаров Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы коррупцияға ҡаршы тороу советы составына инде. Был турала указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Бер үк ваҡытта, хәҙер инде элекке — төбәк Федераль именлек хеҙмәте идаралығы етәксеһе Виктор Палагин һәм прокурор Сергей Хуртин совет составынан сығарылды, тип хәбәр ителә Башҡортостан хоҡуҡ мәғлүмәтенең рәсми  интернет-порталында.