11 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2013 йыл, 18:09

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ойошторолдо

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә ойоштороу конференцияһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе төҙөлдө. Сараға йыйылыусылар бүлексә штабына өс ҡушма рәйес һәм контроль-ревизия органдарын һайланы. Конференция эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабынан Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең Милли стратегияһы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ағзаһы Елена Сутормина ҡатнашты.

Ул, халыҡ фронты – ул бөтә йәмғиәт: йәштәр,ветерандар, Рәсәйгә битараф булмаған һәр кем өсөн асыҡ юл, тип  билдәләне. Халыҡ фронты, киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алышырлыҡ, һәр кемдең тауышына ҡолаҡ һалырлыҡ майҙансыҡҡа әйләнергә тейеш.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика бүлексәһенең ҡушма рәйестәре итеп Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса парламент комитеты башлығы Эльвира Айытҡолова, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт  дәүләт педагогия университеты проректоры Максим Михайлов һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев һайланды.

Төбәк бүлексәһенең ойоштороусылар составына уҡытыусылар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ведомство етәкселәре инде. Эльвира Айытҡолова билдәләп үтеүенсә, «хәҙер улар алдында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты бүлексәләрен урындарҙа – республиканың ҡала һәм райондарында ойоштороу бурысы тора».

Ул, «бөгөнгө төп маҡсат – граждандарҙың власть менән кире бәйләнешен юлға һалыу», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәйәсмән әйтеүенсә, «был бәйләнеште, яҡтар бер-береһен ишетә алырлыҡ, файҙалы итеп ойошторорға кәрәк».

Әлеге ваҡытта мөһим бурыс булып йәмәғәт мониторингы булдырыу тора, — тип иҫәпләй Эльвира Айытҡолова. «Генераль штаб ошондай өс үҙәк ойошторған да инде. Беренсеһе һатып алыуҙар өлкәһендә дәүләт средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеген тикшерә. Был юҫыҡта бөгөн «Намыҫлы һатып алыуҙар өсөн» («За честные закупки») порталы һөҙөмтәле эшләп килә, унда һәр кеше власҡа үҙенең һорауын, теләген яҙып ҡалдыра ала. Икенсе мөһим йүнәлеш – мәғариф системаһы мониторингы, өсөнсөһө – Владимир Путиндың май айындағы указдарын тормошҡа ашырыу мониторингы», — тип һүҙен йомғаҡланы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең ҡушма рәйесе.