10 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2013 йыл, 17:11

Йәмәғәт палатаһы менән Ҡоролтай һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен бергәләп хәл итәсәк

автор: Людмила Терновая

Республика ҡануниәтселәренең БР Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыуында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу маҡсатында үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, инрвалидтар эштәре буйынса парламент комитеты рәйесе Николай Никитин республика клиник онкология диспансерына барҙы, унда Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, ветерандар, инвалидтар эштәре буйынса комиссияһы рәйесе Шамил Ганцев менән осрашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар берлектәге эш перспективаларын, профессиональ медицина ойошмаларының эшмәкәрлеген, Башҡортостанда санатор-курорт дауалау һәм реабилитациялау мөмкинлектәрен, медицина университетында кадрҙар әҙерләү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа Өфө ҡала Советы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссия рәйесе Руслан Солтанов ҡатнашты.

Белгестәр онкология диспансеры бүлектәренең эше менән танышты, медицина персоналы менән әңгәмәләште. Шулай уҡ медицина университетының врач-интерндары менән осрашыу үткәрелде, улар ҡануниәт власы органдары вәкилдәренә үҙ һорауҙарын бирҙе. Йәш медиктарҙы университетты тамамлағас ауыл дауаханаларына эшкә барыусыларға ярҙам мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында ҡарар ҡабул ителде. Һаулыҡ һаҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторорға,  республиканың ҡайһы бер дауалау учреждениеларына барырға тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр БР Йәмәғәт палатаһында.