9 декабрь, Йома

30 октябрь 2013 йыл, 16:15

Өфөлә II Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә бөгөн «Кешелек капиталына инвестициялар — Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫешенең хәл иткес факторы» II Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды. Ул 31 октябргә тиклем барасаҡ.

Кадрҙар форумында ҡатнашыусылар фекеренсә, ул бизнес һәм властың конструктив диалогы өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тора. Беренсе сиратта, был етәкселәр һәм персонал менән идара итеү хеҙмәттәре, консультанттар һәм тренерҙар өсөн HR-менеджменты тенденцияларын, хәҙерге заман теорияларын һәм уларҙы уңышлы ҡулланыу мөмкинлектәрен бергәләп комплекслы тикшереү мөмкинлеге.  

HR-форумда билдәләнеүенсә, һөҙөмтәле кадрҙар, социаль һәм мәғариф сәйәсмәндәре дәүләт структуралары һәм бөтә милекселек формаһындағы предприятиелар эшендә мөһим фигура булып торорға тейеш.

— Былтыр декабрҙә үткәрелгән беренсе төбәк-ара кадрҙар форумы уңышлы булды. Уның һөҙөмтәһендә яңы партнерлыҡ бәйләнештәре урынлаштырылды, дәүләт һәм бизнес-берләшмә араһында асыҡ, һөҙөмтәле диалог үткәрелде, — тине Өфөлә II төбәк-ара кадрҙар форумын асҡанда Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фидүс Ямалетдинов.

Уның әйтеүенсә, төбәктә хәҙер аҡыллы, фәнни нигеҙҙәге иҡтисад булдырыуға курс алынған.

— Беҙҙең яңы йүнәлештәребеҙ — машиналар эшләүҙе, фармакологияны,яңы заманса химияны һәм радиоэлектрониканы үҫтереү. Тап ошо тармаҡтар яҡын киләсәктә беҙҙең иҡтисадта төп йүнәлештәр булып торасаҡ, — тине БР Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.

Кадрҙар форумы-2013 программаһында — дүрт дискуссия майҙансығы ойоштороу, уларҙа бизнес һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә HR-функцияларҙың роле; хәҙерге шарттарҙа хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү, тотоу һәм үҫтереү проблемалары тикшереләсәк.

HR-форумдың икенсе көнөндә, 31 октябрҙә, Өфө дәүләт авиация техник университетында бизнес-тренерҙарҙың бер нисә оҫталыҡ класы үткәреләсәк. Уларҙы Башҡортостандың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы ағзалары һәм саҡырылған тренер-фрилансерҙар үткәрәсәк.

темалар: форум, кадрҙар