Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөн Рәсәйҙә сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алалар

Йәмғиәт

Бөгөн Рәсәйҙә – 1991 йылда РСФСР Юғары Советы Ҡарары менән булдырылған Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.

Был иҫтәлекле көндә матәм акциялары, митингтар үтә, репрессияға дусар булыусылар һәйкәлдәренә гөлләмәләр һалалар, уҡыу йорттарында Хәтер дәрестәре үткәрелә.

«Мемориал» хоҡуҡ һаҡлау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә сәйәси репрессияларға 800 мең самаһы кеше дусар булған. Был иҫәпкә репрессияланғандар үҙҙәре генә түгел, ә, эҙәрләүҙәр һөҙөмтәһендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалары ла инә.

Башҡортостанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 50 меңдән күберәк кеше репрессияланған, әлеге ваҡытта «аҡланғандар» статусына эйә булған һәм сәйәси репрессиянан зыян күреүселәр тип танылған туғыҙ меңләгән граждан йәшәй.

Белгестәр раҫлауынса, илдәге сәйәси репрессияларҙың ысын масштабы бынан да күберәк булған. Әлеге ваҡытта тоталитар режимдан зыян күреүселәрҙең теүәл һанын иҫәпләп сығарыу мөмкин түгел. Илдә миллионланған бер ғәйепһеҙ кешеләр репрессияланған һәм уларҙың күбеһе бер ерҙә лә иҫәпкә алынмаған.

Башҡортостанда Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан Благовар районының Алексеевка ауыл Советы биләмәһе халҡы урындағы немец тарихи-мәҙәни үҙәге инициативаһы менән Рәсәйҙә репрессияланған немецтар һәйкәленә барҙылар.

Һәйкәлдә булғандан һуң Милли йәштәр театрында «Ике донъя ҡунаҡханаһы» («Отель двух миров») спектаклен ҡаранылар.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть