Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Альфред Зиннәтуллин Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Альфред Зиннәтуллинды республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Альфред Зиннәтуллин 1959 йылда Үзбәк ССР-ының Алмалыҡ ҡалаһында тыуған. Силәбе дәүләт техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Алмалыҡ тау-металлургия комбинатының электромонтеры булып башлай. Төрлө йылдарҙа Өфө пассажирҙар автотранспорты производство берекмәһендә автоэлектрик; «Союз» акционерҙар йәмғиәте рәйесе, генераль директоры урынбаҫары; «Аваль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була. Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында, «РосЭнергоРесурс»  милли мәғлүмәт үҙәге асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә төрлө вазифалар биләй. 2008 йылда Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында бүлек етәксеһе, һуңынан генераль директор урынбаҫары була. 2012 йылдан әлегә тиклем баш ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы директоры булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть