10 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2013 йыл, 12:47

Өфөлә «Электрон китапхана»ны презентацияланылар

автор: Алик Шакиров | фото: «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

«Башинформ» Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала электрон китап һаҡлағыс барлыҡҡа килде. «Электрон китапхана»ны презентациялау сараһында БР Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова сығыш яһап, республиканың бөтә китапханалары һәм уҡыусылары өсөн был көн бик тә әһәмиәтле, тип билдәне. Министр урынбаҫары республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ошо проектты тормошҡа ашырыуға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтеп, Башҡортостанда йәшәүсе һәр бер кеше был мәҙәни ҡаҙаныш менән ҡуллана аласағына ышаныс белдерҙе.

Презентациялау алдынан килгән ҡунаҡтарға капиталь ремонттан һуң Милли китапхана бинаһына ингән урынды, «Асыҡ мөхит» программаһы сиктәрендә һатып алынған яңы ҡорамалдарҙы күрһәттеләр. Башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә сараға йыйылыусыларҙы документтарҙың штрих-кодтары нигеҙендә автоматлаштырылған китап биреү системаһы, шулай уҡ яңы ғына ҡуйылған вәхиштәргә ҡаршы ҡапҡалар менән таныштырҙылар.

«Электрон китапхана» презентацияһы универсаль уҡыу залында үтте. Китапхана директоры Айгөл Моратова сараға йыйылыусыларҙы электрон һаҡлағыстың эш үҙенсәлектәре һәм принциптары менән таныштырҙы. «Полифорт» һәм «Xerox» компаниялары вәкилдәре электрон китапхана проектын бойомға ашырыу этаптары тураһында ентекле һөйләп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Атап әйткәндә, проект дүрт этапта тормошҡа ашырыла һәм хәҙерге ваҡытта ресурстың селтәр һаҡлағыстарына элекке йылдарҙа сканер аша күсереп баҫылған эштәрҙән 132 баҫма, алты аудио һәм бер видеоматериал ҡуйылған. Киләсәктә бүлектәр, әлегә улар  һигеҙ, яңы материалдар менән тулыландырыласаҡ.

Проект «Китапхана эшен үҫтереү» маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Быйыл милли электрон китапхананы булдырыуға республика бюджетынан 7 миллион 800 мең һум аҡса бүленгән, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы.

Проектҡа http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage электрон адресы буйынса инергә мөмкин.