5 декабрь, Дүшәмбе

30 октябрь 2013 йыл, 11:11

Туймазы һәм Ауырғазы райондарында – яңы башлыҡтар

автор: Людмила Терновая

Туймазы һәм Ауырғазы райондарында кадрҙар алмашынды.

Туймазы районы муниципаль районы Советы ултырышында Суфиянов Айҙар Рифғәт улын Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо уҡ көндө Ауырғазы районы Советы депутаттары ла үҙ районы хакимиәте башлығы вазифаһына Иҙрисов Зөфәр Йәүҙәт улын тәғәйенләргә ҡарар итте.

Суфиянов Айҙар Рифгғәт улы 1972 йылдың 21 июлендә Туймазы ҡалаһында тыуған. Юғары белемле, Иваново дәүләт химия-технология академияһын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Туймазы автобетоновоздар заводының иретеп йәбештереү цехы слесары булып башлай. 1990-1995 йылдарҙа — Иваново дәүләт химия-технология академияһында уҡый. 1995-2003 йылдарҙа — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлеге мөдире, йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе. 2003-2004 йылдарҙа — Туймазы ҡалаһының «Төньяҡ» муниципаль берәмеге башлығы. 2004-2007 йылдарҙа — Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһының «Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы» муниципаль-унитар предприятиеһы директоры. 2007-2008 йылдарҙа — Туймазы районы муниципаль районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. 2008-2012 йылдарҙа — Туймазы районы муниципаль районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары. 2012 йылдың июленән әлеге ваҡытта район башлығы итеп тәғәйенләгәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары булып эшләй.

Иҙрисов Зөфәр Йәүҙәт улы 1964 йылдың 12 сентябрендә Ауырғазы районының Яңы Юлдаш ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1981-1982 йылдарҙа — Ауырғазы районының Ильич исемендәге колхозы һөтсөлөк фермаһында слесарь, 1982-1987 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты студенты, 1987-1992 — Ильич исемендәге колхозда инженер-технолог, 1992-2002 — «Сулпан» ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе, 2002-2005 — Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. 2013 йылдың сентябренән Ауырғазы районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.