Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов тәбиғи газ өсөн түләү дисциплинаһы тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты

Сәйәсәт

29 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбиғи газ менән тәьмин итеү өлкәһендә түләү дисциплинаһы тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты, уны  видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмә барышында «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Алексей Миллер ил эсендә газ өсөн түләүҙең аванс системаһына күсергә тәҡдим итте.

«Хөрмәтле Дмитрий Анатольевич, илебеҙҙә коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләүҙең аванс системаһына күсеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем», – тине Алексей Миллер.

Дмитрий Медведев был идеяны хупланы.

Бынан тыш, Дмитрий Медведев ресурстар менән тәьмин итеү компанияларында ситтән тороп мәғлүмәт алыу мөмкинлеге биреүсе иҫәпкә алыу приборҙары урынлаштырыу буйынса тәҡдимде лә хуплауын белдерҙе.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәтғи саралар күрмәйенсә  булмай. Быға барыһының да аңлап ҡарауын теләйем. Һүҙ бында энергия, газ менән тәьмин итеү тураһында ғәмәлдәге килешеүҙәргә ярашлы күрелгән саралар тураһында ла, шулай уҡ, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары линияһы буйынса күрелергә тейешле ҡәтғи саралар, суд структуралары аша түләттереү хаҡында ла бара», – тине РФ Хөкүмәте Рәйесе.

Ҡулланыусыларҙың газ өсөн бурысы бөтә ил буйынса 100 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, Башҡортостанда – 1,6 миллиард һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть