5 декабрь, Дүшәмбе

30 октябрь 2013 йыл, 9:11

Баш ҡалала Призывниктар көнө уҙасаҡ

автор: Людмила Терновая

30-31 октябрҙә көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Өфөнөң бер нисә районында Призывниктар көнө үткәреләсәк. Байрам программаһында традиция буйынса – тантаналы митинг, концерт программаһы.

30 октябрҙә Призывниктар көнө «Галерея Арт» сауҙа күңел асыу комплексында (Чернышевский урамы, 75) уҙасаҡ. 31 октябрҙә байрам саралары Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Октябрь һәм Совет райондары буйынса бүлегендә (Менделеев урамы, 221), шулай уҡ Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса бүлегендә (Горький урамы, 70) уҙасаҡ, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.