9 декабрь, Йома

29 октябрь 2013 йыл, 18:38

Өфөлә II Төбәк-ара кадрҙар форумы уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева

30-31 октябрҙә Өфөлә «Кешелек капиталына инвестициялар – Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешен хәл итеүсе фактор» II Төбәк-ара кадрҙар форумы үтәсәк.

Форумдың маҡсаты – Рәсәйҙең төп дәүләт һәм шәхси ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре, шулай уҡ  кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға яуаплы дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары вәкилдәре өсөн тәжрибә һәм кадрҙар менән идара итеү инновацион технологиялары менән уртаҡлашыу буйынса мәғлүмәт майҙансығы ойоштороу.  

Кадрҙар форумы эшендә илдең ҙур компаниялары етәкселәре һәм эксперттар ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. Башҡа ҡатнашыусылар исемлегендә – кешелек ресурстары менән идара итеү буйынса белгес-практиктар, халыҡ-ара кимәлдәге идаралыҡ һәм хеҙмәт иҡтисады өлкәһендәге бизнес-консультанттар, HR-хеҙмәте провайдерҙары һәм тренерҙары.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк-ара кадрҙар форумы программаһында – дискуссия майҙансыҡтары үткәреү. Уларҙың береһе Башҡортостан иҡтисадында йәш белгестәргә талап дисбалансы һәм уларҙы уҡыу йорттарында әҙерләү кеүек көнүҙәк темаға арналасаҡ. Был проблеманы тикшереүҙә республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашасаҡ.

Төбәк-ара кадрҙар форумын үткәреү урыны – БР Милли йәштәр театры.