9 декабрь, Йома

29 октябрь 2013 йыл, 18:06

«Туған тел» татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Рәдиф Зарипов Гран-при яуланы

автор: Алик Шакиров

Дүртөйлө ҡалаһында «Туған тел» татар йырҙарын йәш башҡарыусылар республика конкурсы уҙҙы, тип хәбәр итә «Ҡыҙыл таң» гәзите. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Омск өлкәләренән, Пермь крайынан  55 солист ҡатнашты. Финал гала-концертында конкурс дипломанттары һәм номинацияларҙа еңеүселәр сығыш яһаны. Конкурс дипломанттары:  Шишмәнән Әлиә Ҡарасурина, Миәкәнән Антонина Клименко, Дүртөйлөнән Лилиана Ирназарова, Өфөнән Лиана Фәттәхова, Иглиндән Фәһимә Тоҡомбәтова , Туймазынан Ләйсән Хәсәншинаның сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ә конкурс Гран-прийын жюри ағзалары бер тауыштан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Рәдиф Зариповҡа бирҙе.

Белешмә өсөн. «Туған тел» татар йырҙарын йәш башҡарыусылар республика конкурсы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Уны 1995 йылда талантлы үҙешмәкәр композитор, Бөтә донъя татарҙар Конгресының Башҡортостандағы бүлексәһе ағзаһы Алик Лоҡманов ойоштора. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларында үткәрелә. Ике йыл элек конкурсты сираттағы үткәреү урыны итеп Дүртөйлө ҡалаһы һайлана.