Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан вәкилдәре Сыуаш милли конгресының VIII съезында ҡатнашты

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре, Чебоксарыла уҙған, «Сыуаш милли конгресы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының VIII съезында ҡатнашты. Кәңәшмәгә барлығы Рәсәй Федерацияһының 26 субъектынан 260 делегат һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, Татарстан, Ульяновск, Мурманск, Төмән, Пенза, Түбәнге Новгород өлкәләре, Һамар, Рязань, Мәскәү, Димитровград ҡалалары, шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украина, Франция һәм Эстония вәкилдәре ҡатнашты.

Беҙҙең республикабыҙҙан ете делегат ҡатнашты, улар араһында БР Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов, Сыуаш Республикаһы Министрҙар Кабинетының Башҡортостан Республикаһындағы сауҙа-иҡтисади вәкиле Владимир Портнов, Башҡортостан сыуаштары канашы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Мурманская.

Съезда Сыуаш милли конгресының Рәсәй субъекттарындағы һәм сит илдәрҙәге төбәк бүлексәләре менән эшмәркәрлеген яраштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ кәңәшмәгә йыйылыусылар конгресс эшмәкәрлегенә йәштәрҙе йәлеп итеү,  ойошманың устав маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм мәғлүмәт майҙанын киңәйтеү кәрәклеге тураһында һөйләштеләр. Кәңәшмә барышында алдағы дүрт йылға Сыуаш милли конгресына яңы идаралыҡ һәм контроль составы һайланды. Николай Угаслов ойошманың президенты булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть