Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Минең ҙур илем» II төбәк-ара телефестивале үтәсәк

Йәмғиәт

5-6 ноябрҙә Өфөлә Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың финанс ярҙамында ойошторолған «Минең ҙур илем» II төбәк-ара телевизион фестивале үтәсәк.

Фестивалдең маҡсаты – йолаларҙы һәм этно-мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәниәт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе гармониялаштырыу, милләт-ара аралашыу мәҙәнилеге тәрбиәләү, күп милләтле Рәсәй халҡының үҙ-ара татыулығын һәм рухи берҙәмлеген нығытыу темаһына йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары иғтибарын йәлеп итеү. Конкурс эштәре һигеҙ номинация буйынса баһаланасаҡ: «Мәҙәни һүрәтләмә», «Халыҡ күңеле», «Ҡатмарлы тураһында ябайлаштырып», «Беҙҙең тарихыбыҙ», «Йәшәү стиле», «Бәләкәй ил» һәм башҡалар.

Фестиваль программаһына ярашлы 5 һәм 6 ноябрҙә милли сәйәсәт һәм журналистика өлкәһендә, шулай уҡ автор һәм фестиваль киноһы өлкәһендә эксперттар ҡатнашлығында оҫталыҡ кластары үткәреү планлаштырылған. Оҫталыҡ кластары темалары: «Хәҙерге киң мәғлүмәт сараларында толерантлыҡты сағылдырыу саралары» һәм «Документаль һәм телевизон жанрҙың фестиваль форматы: үҙенсәлелек, фекер, эмоция».

Конкурс номинанттарын – эксперт комиссияһы тарафынан һайланып алынған 24 эш, — 6 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк матбуғат конференцияһында жюри ағзалары иғлан итәсәк. Шул уҡ көндө тантананы ябыу кисәһендә номинациялар буйынса конкурс еңеүселәре иғлан ителәсәк.

Белешмә. Беренсе «Минең ҙур илем» төбәк-ара телевизион фестивале 2012 йылда Ҡазанда үтә. Илдең төрлө тарафтарынан – Хабаровскиҙан алып Махачкалаға тиклем, Курскиҙан Өфөгә тиклем – ике йөҙҙән ашыу эш ебәрелә. Рәсәйҙең һәр икенсе телекомпанияһы ижади конкурста ҡатнашыуға заявка ебәрә.

Ул саҡта «Халыҡ күңеле» номинацияһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» телеканалы төшөргән «Кәкүк сәйе» балалар фильмы иң яҡшыһы тип табыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть